“Телең барҙа илең бар, илең барҙа иркең бар”

Февраль 21, 2022 Просмотров: 234

“Телең барҙа илең бар, илең барҙа иркең бар”  исеме аҫтында  М.Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында   Халыҡ –ара туған телдәр көнөнә арналған, бик матур саралар үтә. 
Башҡорт  халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың оло юбилейы айҡанлы төрлө ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс дәрестәр, кластан тыш саралар ойошторолдо. М.Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрында "Февраль. Буран..." спектаклен ҡараныҡ.Уҡытыусылар шағирҙың тормош юлы һәм ижадына арналған асыҡ дәрестәр күрһәттеләр. Уҡыусылар яратҡан шағирыбыҙҙың шиғырҙарына  флешмоб эшләнеләр. Рәми Ғариповтың һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы тыңланылар һәм өйрәнделәр. Көндәлектәрен уҡынылар, кроссвордтар төҙөнөләр. Башҡортостан Республикаһының Ә.З. Вәлиди исемендәге милли китапханаһы үткәргән әҙәби викторинала,  “Ағиҙел” берекмәһе ойошторған  республика полилингвиаль олимпиадаһында  әүҙем ҡатнаштылар. “Аҡбуҙат”журналы ойошторған  Рәми Ғарипов исемендәге видео конкурсҡа, “Туҡай моңдары” видео конкурсына,  XII  Халыҡ-ара  “Урал батыр” видео конкурсына, Н.Нәжми уҡыуҙарына эштәр ебәрелде. 
Ж. Кейекбаев уҡыуҙары ның  "Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла.... "ижади конкурсында, Янгирова Эльвина призер булды. Шулай уҡ, А.Игебаев уҡыуҙарында, Янгирова Эльвина Буктрейлер (видеороликтар конкурсында)-призер.
21 февраль көнө,  Халыҡ –ара туған телдәр көнөнә арналған саралар үтте.  Иртәнге 8-ҙән мәктәп фойеһында башҡорт телендә матур йырҙар яңғыраны, “Мин башҡортса һөйләшәм” акцияһы үтте.  Был акция сиктәрендә  лицейҙың башҡорт теле уҡытыусылары телгә арналған афоризмдар яҙылған листовка – ҡағыҙҙар таратты. Был көндө һәр бала  “Һаумыһығыҙ” тип, саф башҡортса иҫәнләште һәм шиғыр һөйләне.  1-11 класс уҡыусыларына “Минең туған телем” темаһына класс сәғәттәре,4-6 класс уҡыусылары өсөн викторина, 7кластарҙа КВН, 8-9 кластарҙа “Мөғжизәләр яланы” үткәрелде.
Байрамда әүҙем ҡатнашыусы уҡыусылар  грамоталар менән бүләкләнде. Туған тел кешене белемле, аҡыллы, йыйнаҡ фекерле, ғилем донъяһына ынтылыусан итеп тәрбиәләй. Кешенең үҙ иленең патриоты, үҙ халҡының улы, ҡыҙы булыуы ла туған телгә бәйләнгән. Телебеҙҙе һаҡлайыҡ, үҫтерәйек!