"Халыҡ-ара диктант -2022"

Апрель 23, 2022 Просмотров: 160
23 апрелдә башҡорт теленән "Халыҡ-ара диктант -2022 " акцияһы үтте. Быйылғы
диктанттың рәсми девизы: "Тел-халҡыбыҙҙың рухи байлығы"( "Язык- духовное наследие народа"). Маҡсаты: башҡорт телен танытыу, белемлелек проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, белем алыуға, уның кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныуҙы дәртләндереү. 
М.Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында ла был көндө диктан яҙыу майҙансығы булдырылды. Уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр, әүҙем ҡатнаштылар.  Педагогик хеҙмәт ветераны Хәкимова Зәлиә Мөхәммәт ҡыҙының,  районыбыҙҙың ижади күңеллеле кешеләре Көҫәпҡолов Салауат Ғәли улының, ҡул оҫтаһы Искәндәрова Рәмзилә Саян ҡыҙының был сарала ҡатнашыуы байрамға оло мәртәбә өҫтәне.