14 декабрь- Башҡорт теле көнө

Декабрь 14, 2022 Просмотров: 632

14 декабрь- Башҡорт теле көнө. 
Башҡорт теле - ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын,фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән.
Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә.Уның сиктәрендә бөтә республика буйынса башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторола. Ошо уңайҙан М.Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында 6 декабрҙән 14 декабргә тиклем телебеҙгә арналған аҙналыҡ үтте.  Көн дә бер девиз аҫтында төрлө саралар үткәрелде. Бөгөнгө көндөң девизы: "Башҡорт телен яратам".  Уҡыусыларға башҡорт теленән берҙәм дәрестәр күрһәтелде. "Мин башҡортса һөйләшәм" акцияһына бөтә уҡыусылар ҙа ихлас ҡушылды. 
  Район мәҙәниәт йортоноң "Замана" фольклор-эстрадаһы артистары менән берлектә бик матур йомғаҡлау сараһы уҙҙы.  Сара бик бай
йөкмәткеле, мауыҡтырғыс, рухлы, илһөйәрлек һәм телһөйәрлек тойғолары менән һуғарылған, уҡыусылар күңеленә үтеп инерлек булды. Аҙналыҡта әүҙем ҡатнашыусылар грамоталар менән бүләкләнде.