«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2023»

Январь 18, 2023 Просмотров: 127

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2023»
18 ғинуарҙа Әлшәй районы М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2023» регион-ара конкурсының муниципаль этабының береһе - "Дәрес" һынауы үтте.
Конкурс положениеһына ярашлы,районыбыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, лицей уҡыусылары менән асыҡ дәрестәр күрһәтеп һынау тотто. 5 уҡытыусы араһынан финалға 3 педагог сыҡты. 24 ғинуарҙа финалистар оҫталыҡ дәрестәре күрһәтәсәктәр, үҙҙәренең инновацион тәжрибәләре менән уртаҡлашасаҡтар.
Уларға артабан да уңыштар теләйбеҙ!