Рәшит Закир улы Шәкүровтың “Ынйы бөртөктәре» ҡыҫҡа шиғырҙар китабының презентацияһы

Ноябрь 24, 2023 Просмотров: 85

Рәшит Закир улы Шәкүровтың “Ынйы бөртөктәре» ҡыҫҡа шиғырҙар китабының презентацияһы

Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында Әлшәй ерендә тыуған арҙаҡлы яҡташыбыҙ, телебеҙ, еребеҙ, тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ өсөн янып йәшәүсе, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Аҡмулла, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Рәшит Закир улы Шәкүровтың “Ынйы бөртөктәре” шиғырҙар китабының презентацияһы үтте. Был проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды һәм «Яңырыу» башҡорт халҡына булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ҡунаҡҡа ғалим-филолог, сценарист, драматург, прозаик, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәшит Шәкүрҙең ҡыҙы Шәүрә Шәкүрова, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының баш белгесе Рәшит Шәйҙуллин килде. Шәүрә Рәшит ҡыҙы уҡыусыларҙы халыҡ шағирының тормош юлы һәм ижады менән таныштырҙы. Мәктәпкә 30 дана “Ынйы бөртөктәре” шиғырҙар китабынын бүләк итте.
Рәшит Шәкүр видеояҙма аша балаларҙың һорауҙарына яуап һәм уларға киләсәк тормошта һөнәр һайлауға ҡағылышлы кәңәштәрен бирҙе, үҙенең шиғырҙарын уҡыны. Осрашыуға килгән уҡыусылар әҙиптең шиғырҙарын яттан һөйләне, уның тормошонан алынған бер күренеште сәхнәләштерҙе, бер нисә быуын яратып йырлаған "Башҡорт телендә һөйләшәм" йырын башҡарҙы.Был матур сара күмәк фотоға төшөү менән тамамланды.