«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2024»
Ноябрь 23, 2023
Просмотров: 260
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2024»
23 ноябрҙә Әлшәй районы М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2024» регион-ара конкурсының муниципаль этабының береһе - "Дәрес" һынауы үтте.
Конкурс положениеһына ярашлы,районыбыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, лицей уҡыусылары менән асыҡ дәрестәр күрһәтеп һынау тотто. 7 уҡытыусы араһынан финалға 3 педагог сыҡты. Декабрҙә финалистар оҫталыҡ дәрестәре күрһәтәсәктәр, үҙҙәренең инновацион тәжрибәләре менән уртаҡлашасаҡтар.
Уларға артабан да уңыштар теләйбеҙ!