Башҡорт халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова менән йылы, иҫтәлекле осрашыу
Әлшәй ере үҙенең илһамлы ижадсы ҡыҙын тағы бер тапҡыр тәбрикләне. Бөгөн, 29 ноябрҙә, М.Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында затлы, ҡотло, зауыҡлы, һоҡланғыс, зыялы шәхесебеҙ, күренекле яҡташыбыҙ, башҡорт халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова менән йылы, иҫтәлекле осрашыу үтте. "Илһамлы яҙмыш" әҙәби - музыкаль кисәһенә мәктәп етәкселеге, күңелдәрендә әҙәбиәткә, туған телгә һөйөү йөрөткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, шиғри күңелле уҡыусылар һәм саҡырылған ҡунаҡтар йыйылды
Шағирәнең балалар өсөн яҙылған шиғырҙарын мәктәп уҡыусыларының тәбиғи ихласлыҡ менән һөйләүе, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙың башҡарылыуы кисәгә айырым бер йылылыҡ өҫтәне. Сәхнә тултырып бейеүселәргә Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы үҙе лә ҡушылды.
Бөгөн Гөлфиә Юнысова Өфө тарафтарынан уҡытыусыларға, балаларға, тыуған мәктәбенә сәләмдәр, изге теләктәр, ҡыуаныслы хәбәрҙәр менән килгән. Ул быйыл баҫылып сыҡҡан яңы китаптарын был сарала ҡатнашыусыларға һәм мәктәп китапханаһына изге теләктәр яҙып бүләк итте.
Үҙ еренең тоғро ҡыҙы, халыҡсан әҙибә, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, һөйөклө әсәй, өләсәй – тормошона яҙған был вазифаларҙы Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысова-Иҙелбаева йөрәгенең бар ялҡынын ҡушып, башҡаларҙы ла ялҡынландырырлыҡ итеп башҡарҙы һәм башҡарыуын дауам итә. Юбилейығыҙ ҡотло булһын, Шағирә! Ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ, илһамлы ҡәләмегеҙ тынмаһын!