“Башҡортса өс һүҙ” акцияһы
Декабрь 12, 2023
Просмотров: 63
М.Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығының икенсе көнө “Башҡортса өс һүҙ” акцияһы менән башланып китте. Был акцияның маҡсаты: башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.
Башҡорт халҡы борон-борондан аш-һыуға ныҡ иғтибарлы булған, уны бөхтә, талапсан, үҙенә генә хас оҫталыҡ менән әҙерләгән. Тәбиғәт тарафынан бирелгән hәр мөмкинлекте файҙалана белгән ғәзиз халҡым. Ошо турала башланғыс кластар өсөн бик фәһемле сара үтте.
Бөйөк сәсәнебеҙҙең тыуыуына 135 йыл айҡанлы 7 класта “Беҙ- Буранғолов вариҫтары” тигән дәрес-әңгәмә уҙҙы.