Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы башланды

Декабрь 11, 2023 Просмотров: 68

Бөгөн, 11 декабрҙә М.Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы башланды. Беренсе көндө саралар радиотапшырыу менән асылды. Йәш хәбәрсебеҙ, шайморатовсы, Ғәлиева Айгөл лицей уҡыусыларын һәм уҡытыусыларын үтәсәк башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы планы менән таныштырҙы, уҡыусыларҙы сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.Аҙналыҡ республикала үткәреләсәк башҡорт теле көнөнә арналған сараларҙы ла үҙ эсенә аласаҡ. Тәнәфестәрҙә башҡорт телендә күңелле йырҙар яңғырап торҙо.
Мәктәп китапханаһында 4 класс уҡыусылары өсөн “Аҡмулла- яҡтылыҡ йырсыһы” тип исемләнгән дәрес-әңгәмә үтте. Уҡыусылар М.Аҡмулланың тормош юлы, ижады менән танышып, дәрес аҙағында һорауҙарға яуап бирҙеләр.