«Буранғолов көндәре» Республика фәнни-ғәмәли конференцияһы

Декабрь 20, 2023 Просмотров: 317

Йәш быуында илһөйәрлек, юғары рухи-әхлаҡи мәҙәниәт формалаштырыу, тыуған төйәккә, тыуған телгә, халыҡ йолаларына һөйөү тәрбиәләү маҡсаты менән М.Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында Башҡортостандың халыҡ сәсәне, фольклорсы, уҡытыусы Мөхәмәтша Буранғоловҡа арналған «Буранғолов көндәре»  Республика фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. 
  Конференция сиктәрендә уҡыусылар фәнни-тикшеренеү эштәре менән сығыш яһаны, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының төрлө йолаларын, балалар уйындарын сәхнәләштереү, халыҡ кәсептәрен күрһәткән оҫталыҡ-дәрестәрендә ҡатнаштылар, уҡытыусылар үҙҙәренең эш тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар. Бындай эш төрҙәре башҡорт халҡының һәм башҡа милләт халыҡтарының мәҙәниәтен хөрмәт итергә өйрәтә, милләт-ара дуҫлыҡты көсәйтә.
 Быйылғы VI «Буранғолов көндәре»  Республика фәнни-ғәмәли конференцияһы «Уҡытыусы һәм остаз”, “Атайсалға файҙалы эштәр” йылына арнала. Конференцияла республикабыҙҙың 32 районынан, 16 ҡалаһынан һәм Ырымбур өлкәһенән  уҡыусылар һәм уҡытыусылар ҡатнашты. Ситтән тороп ҡатнашыу этабына уҡыусылар һәм уҡытыусылар араһынан 600-гә яҡын эш ҡабул ителде. Шуларҙың 100-ҙән артығы  бөгөн, конференцияның йомғаҡлау этабында, сығыш яһанылар. 
    Киләсәктә ҡатнашыусылар географияһы тағы ла киңәйер, Төбәк-ара кимәлгә күтәрелербеҙ тип ышанабыҙ.