«Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант – 2024»

Апрель 27, 2024 Просмотров: 334

Бергәләп диктант яҙҙыҡ!
Йыл һайын республиканың төрлө район-ҡалаларында йәшәгән башҡорттарҙы ғына түгел, ә сит илдә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе лә бергә туплаған башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу хәҙер күптән матур йолаға әйләнде. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында ойошторолған «Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант – 2024» акцияһына ҡушылып, М.Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында майҙансыҡ булдырылды.
Диктант яҙыуҙа уҡыусылар, уҡытыусылар менән бергә район етәкселеге, “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары, ата-әсәләр ҡатнашты. Диктант яҙырға  теләүселәрҙең күп булыуы телебеҙгә ҡарата иғтибарҙың һәм ихтирамдың арта барыуы, халыҡтың әүҙем булыуы тураһында һөйләй.