"Башҡорт теле аҙналығы"

Декабрь 7, 2021 Просмотров: 28
Раевка ауылының М.Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында "Башҡорт теле аҙналығы" башланды. Аҙналыҡты "Башҡорт теле - иманлы тел",  "Иманлы кеше ниндәй була?" тигән девиз менән астыҡ. Лицей уҡыусылары башҡорт телендә йырҙар өйрәнде, шиғырҙар ятланы. "Иманлы кеше ниндәй була?" акцияһына ҡушылып интервью бирҙеләр.