"Башҡорт теле-аҡыл теле"

Декабрь 9, 2021 Просмотров: 32
Башҡорт теле көнөнә арналған "7 аҙым" марафонының 3-сө көнө "Башҡорт теле-аҡыл теле" девизы аҫтында үтте. Был көндө лицей уҡыусылары аҡыл тураһында төрлө мәҡәл-әйтемдәр, фәһемле фекерҙәр менән таныштылар, флешмоб үткәреп, видеоролик төшөрҙөләр. 
   Бөгөнгө марафон сиктәрендә уҡыусылар М.Аҡмулланың шиғырҙарын яттан һөйләнеләр.
    Был көндө, шулай уҡ, "Үҙаллылыҡ көнө" үтте. Уҡыусылар үҙҙәрен башҡорт теле уҡытыусылары сифатында һынап ҡаранылар.