М. Кәримдең тыуыуына 102 йыл тулыу айҡанлы матур сара үткәрелде

Октябрь 22, 2021 Просмотров: 146
21 октябрҙә М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында М. Кәримдең тыуыуына 102 йыл тулыу айҡанлы матур сара үткәрелде. Үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың халыҡ шағиры тураһында мауыҡтырғыс мәғлүмәт бирҙеләр, балалар менән йәнле һөйләшеү алып барҙылар.Айырыуса, уҡыусыларға М.Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән фильм оҡшаны.