«Йәйләү» профилле лагеры
18 июндә Раевка ауылының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында балаларға өҫтәмә белем биреү, рухи һәм физик сәләмәтлектәрен нығытыу йүнәлешендә эшләүсе 14 көнгә иҫәпләнгән “Йәйләү” профилле лагеры үҙенең эшен башланы.
Ял итеүселәрҙең йәше 7-14 араһы. “Йәйләү” отрядтарға түгел, ырыуҙарға бүленеп эшләй: Меңле һәм Үҫәргән. Ырыуҙарға бүленеү шартлы рәүештә булһа ла, балалар, тәғәйен ырыуҙарҙан тупланып, ырыу тарихын, шәхестәрен, боронғо шөғөлөн өйрәнеп, дөйөм халыҡтың рухи һәм матди ҡиммәттәрен өйрәнәсәк.
Төп маҡсат – туған телдә телмәр байлығын үҫтереү, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын, йолаларын, балалар уйындарын, ижадын, спорт төрҙәрен өйрәнеү, музыка ҡоралдарында уйнап өйрәнеү, боронғо шифалы ризыҡтарҙы әҙерләү серҙәренә төшөнөү, ырыу легендаларын өйрәнеү, халҡыбыҙ шәхестәре, сәнғәт әһелдәре менән танышыу.
“Йәйләү”ҙең үҙенсәлеге:
а) аралашыу мотлаҡ башҡорт телендә;
б) һәр бала бөтөн сараларҙа ла мотлаҡ ҡатнашырға тейеш;
в) сараларҙа ҡатнашҡан өсөн мәрәй бирелә. Мәрәй тәртибе балаларҙың әүҙемлеген арттырыу, ярыш сәмен ҡуҙғытыу өсөн индерелә. “Йәйләү”ҙә ял аҙағында йәрминкә ойошторола. Йәрминкәлә был мәрәйҙәр бүләктәргә алмаштырыла.
Лагерҙа тәжрибәле, компетентлы уҡытыусылар эшләй.
Әйҙәүселәребеҙ балаларға төрлө йырҙар, бейеүҙәр, уйындар өйрәтәләр.
Лагерҙы тәүге көнөндә үк Миәкә районына сәйәхәт ойошторолдо. Илсеғол ауылында ҡымыҙ бешеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелде. Балалар ҡымыҙ бешеү серҙәрен белделәр һәм шифалы ҡымыҙ менән һыйландылар. Иҙеүкәй менән Мораҙым зыяраты урынлашҡан тауға менделәр