«Беҙҙең Мостай Кәрим һәм Башҡортостан – бер яҙмыш»
Октябрь 20, 2019
Просмотров: 43
18 октябрҙә, район кимәлендә, Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында «Беҙҙең Мостай Кәрим һәм Башҡортостан –бер яҙмыш» исемле әҙәби ҡунаҡхана үтте. Бигерәк тә районыбыҙҙың мәктәп директорҙары, М.Кәрим шиғырҙарын яттан һөйләү флешмобы менән башланыуы һәм лицей уҡыусыларының флешмобы менән тамамланыуы был сараға йәм өҫтәне. Әҙәби ҡунаҡханала уҡыусылар менән бер рәттән районыбыҙҙың әҙәбиәт уҡытыусылары ла Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең шиғырҙарын яттан һөйләнеләр, викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, йырҙар йырланылар, бейенеләр һәм үҙҙәренең ижад емештәре менән бүлештеләр. Байрам бик күңелле үтте.