1. Ученикам
  2. Новости
  3. Этношәмбе «Мостай Кәрим һәм Башҡортостан – бер яҙмыш»

Этношәмбе «Мостай Кәрим һәм Башҡортостан – бер яҙмыш»

Октябрь 20, 2019 Просмотров: 44

19 октябрҙә Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында «Мостай Кәрим һәм Башҡортостан –бер яҙмыш» исемле этношәмбе үтте. 1-11 класс уҡыусылары өсөн төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойошторолдо. Һәр төркөм билдәләнгән маршрут буйынса сәйәхәт итте: башланғыс кластар өсөн оҫтаханалар эшләне, һәр класс уҡыусылары викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, М.Кәрим ижады буйынса тоталь диктант яҙҙылар, әҙәби-музыкаль композиция ҡаранылар, башҡорт уйындарын уйнанылар, башҡортса флешмоб бейенеләр, шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә ҡатнаштылар, лицей музейында тарихи материалдар менән таныштылар, башҡортса фильмдар ҡаранылар. Сара күңелле үтте. Этношәмбене ойоштороусылар: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары.