“Йәйләү - 2020”
Август 6, 2020
Просмотров: 69
Башҡортостан Республикаһының “Йәйләү - 2020” профилле сменаһы быйыл 03 августан алып 12 августҡа тиклем онлайн форматта үтә! Бында Башҡортостаныбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү маҡсатында, төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. 5 августа лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары "Башҡорт ҡатын - ҡыҙҙарының биҙәнеү әйберҙәре" темаһына оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Балалар сәсүргес, сәсмау, түшелдерек эшләү, йөндән мәрйендәр теҙеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡараны.