День башкирского языка
14 декабрҙә
Раевка ауылының М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында ла Башҡорт теле көнө билдәләнде
Башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө. Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Уның сиктәрендә бөтә республика буйынса башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторола.
Раевка ауылының М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында ла Башҡорт теле көнө киң билдәләнде. Башланғыс кластар өсөн “Ҡунаҡ ҡаршылау” йолаһы (Л. Сайранова), башҡорт халыҡ әкиәттәрен сәхнәләштереү (Л. Ҡаһарманова), башҡорт телендә шиғырҙар һөйләү, викторина һорауҙарына яуаптар биреү ( Л.Ғәлиева), башҡортса йырларға һәм бейергә өйрәтеү (А.Сарбаева), башҡорт халҡының милли кейемдәре һәм кәсептәре менән таныштырыу(Г.Кәримова) кеүек саралар үткәрелде. Бишенселәр “Алтын тирмә” уйынында (Р. Кәримова)бик әүҙем ҡатнаштылар, 6-сы кластарҙа “Әсәм теле – сәсән теле” темаһына шаяндар һәм тапҡырҙар клубы (З. Шәүәлиева) уҙғарылды. 7-се класс уҡыусылары бөйөк мәғрифәтсе, шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 188 йыл тулыуға арналған викторинала (Ф. Ғәлимова) көс һынаштылар, ә һигеҙенселәр инде был көндө кейеҙҙән төрлө әйберҙәр яһау буйынса ижади оҫтаханала (М. Муллағәлина) үҙҙәрен һынап ҡаранылар.